0%

Мин уянам иртәрәк(шиғыр). И.Әхтәмйәнов

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Мин уянам иртәрәк (шиғыр )
автор И.Әхтәмйәнов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Мин уянам иртәрәк


 Буралап-бурап буран
 Юлдарҙы ҡаплап ҡуйған.
 Атайым көрәй көрттәр,
 Билен ул биштән быуған.
 Мин дә сыҡтым янына —
 Тик торорға юҡ сама.
 Ҡыҙыуынан аҡ ҡарҙың
 Маңлайҙан тирҙәр тама.
 Көрәгем дә бик етеҙ —
 Йә уйнап, бейеп ҡуя.
 Күҙ асып күҙ йомғансы
 Таусыҡтар өйөп ҡуя.
 Өйҙәр, һарайҙар яһай, —
 Оҫталыҡҡа ни етә! —
 Ҡырыҫ ҡар бөртөктәрен
 Ҡыш бабай көләс итә.
 Яуһын да яуһын аҡ ҡар,
 Миңә бары шул кәрәк:
 Ҡар күберәк яуған һайын
 Мин уянам иртәрәк.

 


1988 йыл